1. Учителям
  2. Новости
  3. “Тыуған яҡты өйрәнеү” музейына экскурсиялар

“Тыуған яҡты өйрәнеү” музейына экскурсиялар

Февраль 6, 2020 Просмотров: 65

Илебеҙҙә ниндәй генә байрамдар билдәләнмәй, әммә иң ҙуры – Бөйөк Ватан һуғышында фашистик Германияны еңгән 9 май байрамылыр. Йылдан-йыл был данлы көндәр артта ҡала бара. Улар менән бергә был һуғышта ҡатнашҡан ветерандар, Еңеү бүләк иткән батырҙарыбыҙ онотола. Ә йәш быуын был Еңеүҙең ниндәй хаҡ менән яуланғанын, күпме кеше ҡорбан булғанын, блокада икмәгенең ҡәҙерен белергә, онотмаҫҡа һәм үҙҙәренең балаларына һөйләргә тейеш. Шундай маҡсаттар ҡуйып, Беренсе Этҡол мәктәбенең “Тыуған яҡты өйрәнеү” музейы хәрби-патриотик айлыҡ сиктәрендә һәм Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған экскурсиялар ойошторҙо. Унда экскурсоводсылар тарихи ҡомартҡылар менән таныштырып үттеләр. Улар Башҡорт атлы кавалерия дивизияһында ҡатнашыусы ауылдаштарыбыҙ, Бөйөк Ватан һуғышы геройҙары хаҡында һөйләнеләр.