"Георгий таҫмаһы" акцияһы
Февраль 6, 2020
Просмотров: 123
Быйыл 1941-1945 йылдарҙа Совет халҡының Бөйөк Ватан һуғышында фашистик Германияны еңеүенә 75 йыл тула. 1945 йылдың 9 Майы алыҫлашҡан һайын Бөйөк Еңеүҙең әһәмиәтен нығыраҡ аңлайбыҙ. Еңеүҙе яҡынайтыуға үҙ өлөшөн индергән һуғыш һәм тыл ветерандарын хөрмәтләйбеҙ, яу ҡырында һәләк булғандарҙы иҫкә алабыҙ.Ошо маҡсаттан сығып, Б.Юлыев исемендәге Беренсе Этҡол урта мәктәбендә Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына ҡарата һәм хәрби патриотик айлыҡ сиктәрендә " Георгий таҫмаһы" акцияһы иғлан ителде. Ветерандарыбыҙҙы, яуҙа ятып ҡалған яҡташтарыбыҙҙы иҫкә алыу һәм улар тураһында матур хәтирәләр һаҡлау –изге бурыс.