1. Учителям
  2. Новости
  3. “Бөйөк Еңеү буяуҙары” һүрәттәр конкурсы

“Бөйөк Еңеү буяуҙары” һүрәттәр конкурсы

Февраль 10, 2020 Просмотров: 95

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған “Бөйөк Еңеү буяуҙары” тигән һүрәттәр конкурсында Ҡаратал төп дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусылары әүҙем ҡатнашты. Конкурстың маҡсаты: балалар араһында тарихҡа ҡыҙыҡһыныу уятыу, ил өсөн ғорурлыҡ тойғоһон тәрбиәләү, һәләттәрен үҫтереү. Йәш рәссамдар ижади эштәрендә яу яланын, тылдағы хеҙмәтте, хәрби техниканы, Еңеү көнөн сағылдырған. Еңеүселәр хәрби-патриотик айлыҡты йомғаҡлау көнөндә билдәләнәсәк.