1. Учителям
  2. Новости
  3. Белем көнө

Белем көнө

Сентябрь 1, 2020 Просмотров: 92

Б.Юлыев исемендәге Беренсе Этҡол урта мәктәбендә 1 сентябрь Белем байрамына арналған тантана  үтте. Быйылғы  уҡыу йылының үҙенсәлектәренә ярашлы 1 класс һәм дә сығарылыш уҡыусылары өсөн байрам тантаналары айырым-айырым үткәрелде.

Сығарылыш уҡыусыларына  алмашҡа   1 синыфҡа 11 бала уҡырға килде. Уларҙың тәүге уҡытыусыћы –Хәсәнова Албина Азат  ҡыҙы.Байрам тантанаһына оло мәртәбә өҫтәп райондан балалар ижады үҙәге директоры Дәүләтшина Әлмира Варис ҡыҙы ла  ҡатнашты.

    Мәктәп директоры Моталлапова Миңлегөл  Төхвәт ҡыҙы үҙенең ҡотлау телмәрендә уҡыусыларға быйылғы уҡыу йылының тағы ла уңышлыраҡ булыуын, ата-әсәләргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Былтырғы уҡыу йылының йомғаҡтары менән таныштырып, уҡыусыларға ГТО значоктары тапшырылды.

                               Саҡыра, тағын саҡыра

                             Ҡыңғырау синыфтарға.

                              Бөгөнгө – Белем көнөнән

                              Уҡыу йылы башлана.

Беренсе ҡыңғырау биреү хоҡуғы 1 кластан Иҫәнғолова Наҙгөлгә һәм Шәрипов Уйылданға, ә сығарылыш уҡыусыларынан Йәғәфәрова Ынйы менән Мәхмүтова Гөлзәминәгә   бирелде.

    Артабан уҡыусылар өсөн   быйылғы уҡыу йылының тәүге  дәресе “Йөрәктәрҙә ҡалыр Еңеү көнө!” исемле аҫтында үткәрелде. Башҡортостан Республикаһының башлығы Р.Ф.Хәбиров үткәргән онлайн дәрес яңы уҡыу йылына старт булды.